

Иң тәүге һүҙ сара ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минаковаға бирелде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм үҙенең исеменән ҡырмыҫҡалыларҙы байрам менән ҡотланы һәм махсус хәрби операцияға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул транспорт һәм юл хужалығы өлкәһе буйынса эшләнелгән эштәр тураһында бәйән итте, киләсәккә пландар менән бүлеште, районыбыҙҙың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы наградаларын тапшырҙы.
Байрамдың тағы бер ҡунағы – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов та үҙенең сығышында махсус хәрби операция биләмәһенә һәм районыбыҙ мәнфәғәтенә ярҙам итеүгә ҙур көс һалған илһөйәр, тыуған ерҙәренә тоғро яҡташтарына оло рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ Тимерғәле Рәлис улы был эштә әүҙем ҡатнашҡан райондаштарына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Бөгөн беҙ иҫтәлекле байрамға – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 35 йыллығын билдәләү өсөн йыйылдыҡ. Ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Ошондай сараларҙа беҙ һәр ваҡыт ғорурлыҡ менән әлеге көндә махсус хәрби операцияла илебеҙ сиктәре һағында тороусы яугирҙәр тураһында һөйләйбеҙ. Ватаныбыҙға ошондай ысын патриоттар тәрбиәләгән ата-әсәләр алдында баш эйәбеҙ. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямаған яугирҙәрҙе хөрмәт менән хәтергә алабыҙ. Уларҙың исемдәре илебеҙ тарихына мәңгелеккә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Хәрбиҙәр беҙҙең хәстәрҙе тойһон һәм иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараһын өсөн районыбыҙҙың 17 ирекмәндәр штабы көн һайын ҡулдарынан килгәндең барыһын да булдыралар. Уларҙың эшләгән эштәрен бер ниндәй үлсәү менән дә үлсәп булмай, - тине район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров үҙенең сығышында һәм оло рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы.
Ул шулай уҡ ауыл хужалығы буйынса башҡарылған эштәр тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
- Олокүл ауылында “Уңыш” хужалығының яңы элеваторы үҙенең эшен башланы. Шулай уҡ улар Яңы Ҡуғанаҡ ауылы янындағы фермаға реконструкция эшләне. Хәҙер унда ике меңгә яҡын мөгөҙлө эре мал аҫрайҙар. “Артемида” хужалығында һуңғы йылдарҙа мөгөҙлө эре мал өсөн өс яңы корпус барлыҡҡа килде. Шулай уҡ был хужалыҡта һөт һауыу буйынса яңы зал эшләй башланы. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең хеҙмәте менән ғорурланабыҙ, - тип өҫтәне Әлфир Фәрхәт улы һәм эшҡыуарлыҡ, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәғариф, өҫтәмә белем биреү, мәҙәниәт өлкәләрендә районыбыҙ ҡаҙанған уңыштарҙы барланы.
Районыбыҙ тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ирекмәндәрҙең барыһы ла был көндө район башлығы ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары алыу ҡыуанысы кисерҙе.
Тантаналы сараның төп геройҙары, махсус хәрби операция яугирҙәре – Күлләр ауылынан Илнур Әмиров, Ефремкиндан Геннадий Лямин, Ҡырмыҫҡалынан Руслан Мөхәмәтйәнов, Һәүәләйҙән Руслан Нафиҡов, Яңы Ҡыйышҡынан Әлмир Үлмәҫҡолов, Олокүлдән Азамат Шамбазовтарҙы яҡшы хеҙмәттәре, батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары һәм традицияларға тоғролоҡтары өсөн Әлфир Сабиров Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Уларҙы тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.
Районыбыҙ таланттары әҙерләгән йәмле концерт программаһы ла байрам ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.