

Был сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә уҙғарылды.
- Һартшишмәләрҙең Һарт-Наурыз ауылынан сығыуы тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шулай булғас, беҙ барыбыҙ ҙа туғандар тиһәң дә була. Бөгөнгө дуҫтарса турнирға килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт. Йәштәрҙең күбеһе эштә булыу сәбәпле, өлкән йәштәгеләрҙең килеүе байрамыбыҙға оло мәртәбә өҫтәй, - тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова.
- Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо матур көндө, йәмле тәбиғәт ҡосағында уҙғарылған күркәм байрамда яҡшы кәйефтә күреүемә бик шатмын. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған саралар яҡшы һөҙөмтә бирә. Әлбиттә, бындай байрамдарҙы үткәреүе еңел түгел, күп тырышырға, әүҙем булырға тура килә, әммә бындай саралар ҙур тәжрибәгә эйә. Алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙың яҡшы түгел икәнен барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Быны аңлағандарҙың сәләмәт тормош рәүеше алып барыуы ҡыуандыра. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек теләйем, - тине үҙенең сығышында район үҙәк дауаханаһының табип-наркологы Илһөйәр Ғизәтуллина.
- Матур байрамға йыйылдыҡ. Уны ойоштороусыларға оло рәхмәт белдерәм. Ике ауылды берләштергән бындай осрашыуҙар яҡын-тирәлә булғаны юҡ ине әле. Ошондай саралар йышыраҡ үтеп торһон, ауылдар айыҡ булһын, төҙөк булһын, йәштәребеҙ ауылда ҡалһын, улар өсөн эш урындары булһын. Иң мөһиме – донъяларыбыҙ имен булһын, - тигән ялҡынлы һүҙҙәр менән сығыш яһаны байрам ҡунаҡтарының береһе – Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы ветерандары советы рәйесе Риф Йөҙлөкбаев.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби хәрәктәттәр ветераны Әлмир Үлмәҫҡолов етәкселегендә райондаштар бил яҙып, зарядка эшләп алғас, ҡыҙыу ярыш башланып та китте.
“Эскелеккә ҡаршы аргумент” тигән тәүге бәйгелә яҡташтар бер-бер артлы ни өсөн эсергә ярамай икәне тураһында бәйән итте. Артабан барыһы ла футбол майҙансығында көс һынашты, арҡан тартышты, ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа гер күтәреү бәйгеһендә әүҙем ҡатнашты. Ә был ваҡытта сәхнә түрендә талантлы яҡташтарыбыҙҙың моңло йырҙары яңғыраны.
Байрам һуңында бәйгеләрҙә иң әүҙһем ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, бай табын артында тәмле ҡарабойҙай бутҡаһы һәм төрлө татлы ризыҡтар менән һыйланды.
Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы был ике ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында аңлатма биреп үтте.
- 1712 йылда Һарт Наурыз ауылы барлыҡҡа килгән. Шул ауылдан сыҡҡан бер нисә ғаилә әлеге Һарт-Шишмә ауылы уырынына килеп ултырған һәм шулай итеп яңы ауыл хасил булған. Һарт ырыуы вәкилдәре йәшәгәнгә, ауылдарҙың икеһенең дә исемендә был һүҙ бар. Шишмәләре күп булғас, ауылыбыҙҙы Һарт-Шишмә тип атағандар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, йәғни 1941 йылда, шәкәр завод эвакуацияланғас, беҙҙең ауылдар араһында Прибельский ҡасабаһы барлыҡҡа килгән. Быға тиклем ауыл советы ла Һарт Нурыз ауылында булған. Һарт Шишмә ауылы халҡы барлыҡ йомошо менән шунда йөрөгән. Бына әле, күп йылдар үткәс, беҙ ошо ике ауыл араһына “дуҫлыҡ күпере” һалдыҡ. Спорт ярыштары, уйын-көлкө, йыр-моң менән үрелеп барған был сараны Халыҡ-ара айыҡлыҡ көнөндә ойошторорға булдыҡ, сөнки Һарт-Шишмә һәм Һарт Наурыз ауылдарының икеһе лә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнабулдырҙыҡ, - тине ул.
Сәләмәт тормошто пропагандалауға арналған саранан барыһы яҡшы кәйеф һәм артабан тормош көтөү өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман алып ҡайтты.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.