Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
25 Сентябрь 2025, 07:13

Сөмбөлә байрамы гөрләп үтте

Сөмбөлә байрамы борон-борондан төрки телле халыҡтарҙа 22 сентябрҙә, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, уңыш йыйыу һәм көҙгө сәсеү тамамланғас үткәрелгән. Халыҡ был байрамға көҙгө уңыш йыйыу эштәре башланғас та әҙерләнә башлаған. Ул ваҡыттарҙа был йәмле уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарған, көрәштә билдәрен һынаған. Шулай уҡ ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр малын салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр.

Сөмбөлә байрамы гөрләп үттеСөмбөлә байрамы гөрләп үтте
Сөмбөлә байрамы гөрләп үтте

Тәбиғәткә һөйөү, уның матурлығына һоҡланыу, уңыштың бәрәкәтле, мул булыуына ҡыуаныу һәм хеҙмәт кешеләренә ихтирам тойғоһо уятыу маҡсатында үткәрелгән был байрамды халҡыбыҙ әле лә онотмаған. Илтуған ауылында урынлашҡан Тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында гөрләп үткән фольклор байрамы быға асыҡ дәлил булып тора. Музей, Илтуған һәм Иҫке Муса ауылы клубтары, мәҙәниәт йорттары, китапханалары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм ауыл халҡы менән берлектә ойошторолған сара күңелле лә, фәһемле лә булды.

Байрамға Өфөнән ҡунаҡтар – Республика инженер лицей-интернатының 5-6 класы ҡыҙҙары ла килгәйне. Улар иң элек Шайморатов ауылында булып, М.Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Музей директоры Клара Ғәйфуллина уҡыусыларҙы музей менән таныштырҙы, 112-се кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор М.Шайморатов тураһында һөйләне һәм Биштәкә ауылы тарихын бәйән итте. Музейҙа урынлашҡан махсус хәрби операцияға арналған залда “Батырлыҡ дәресе” уҙғарылды. Уҡыусыларға музей экспонаттары бик оҡшаны, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бер-бер артлы яуҙырып ҡына торҙолар. Ә был ваҡытта урамда ирекмәндәр үҙҙәре баҡсаларында үҫтергән йәшелсә-емеш менән һатыу иттеләр. Һатыуҙан алынған килемдең барыһын да махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ебәрәсәкбеҙ, ти улар.

Иҫке Муса ауылы мәктәбе уҡыусылары Сөмбөлә байрамын асып, шиғырҙар һөйләнеләр, йырланылар һәм бейенеләр. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Клара Йосопова етәкселегендә уҡыусылар был байрамдың әһәмиәте тураһында ентекле мәғлүмәт тә бирҙеләр. Иҫке Муса ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Илшат Ғәлиәхмәтов уларға музыкаль яҡтан ярҙам күрһәтте.

Артабан байрамда ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, уйын майҙансыҡтарына таралышты. Кемдәрҙер “Аҡ, тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” уйнаған саҡта, бер төркөм балалар көршәк ватыу, тоҡ менән йүгереү, “атта сабышыу” кеүек Йәмил Аҙнағолов ойошторған халыҡ уйындарында ярышты. Балбабай (Ришат Ғәйфуллин) иһә уҡыусыларҙы яҙ көнө үк урынлаштырған умарталары янына саҡырып, кәрәҙле бал тәмләтте һәм бал һығыу йолаһы, умартасы һөнәре менән таныштырҙы. Илтуған ауылынан Илгиз Йосопов был эште башҡарып сығыр өсөн кәрәҙле бал менән тәьмин иткән.

Ауыл ағинәйҙәре – Миләүшә Мөхәмәтйәрова, Наилә Ғөзәйерова һәм Гөлшат Шәңгәрәевалар менән бергә байрам ҡунаҡтары түңәрәк яһап, “Наза” бейеүенә лә төшөп киттеләр. Шулай итеп рәхәтләнеп уйнап-көлөп, күңел асҡандан һуң барыһы ла тәмле һыйҙан һығылып торған өҫтәл артында тары бутҡаһы, самауыр сәйе менән һыйланды. Үҙәренә һыйлаусы Әлфирә Әхтәмова, Зарина Шәйхетдинова, Миләүшә Йәһүҙина, Клара Йосоповаларға һәм уларҙың сәләмәтлеге һағында тороусы фельдшер Гүзәл Ғөзәйероваға оло рәхмәттәрен белдерергә лә онотманылар.

- Миңә лә, уҡыусыларға ла музейға сәйәхәт һәм Сөмбөлә байрамы ныҡ оҡшаны. Бар нәмә уйланылған, юғары кимәлдә ойошторолған. Балалар рәхәтләнеп уйнанылар, бүләктәр оттолар. Улар был йәмле сарала күңел асып ҡына ҡалманылар, шулай уҡ бик күп файҙалы мәғлүмәттәргә лә эйә булдылар. Шундай күркәм байрам ойошторғандары һәм беҙҙе саҡырғандары өсөн оло рәхмәтлебеҙ, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Республика инженер лицей-интернаты тәрбиәсеһе Мәүлиҙә Әлмөхәмәтова.

Байрам һуңында барыһы ла илебеҙ тыныслығы өсөн теләктәр теләп, таҫмалар бәйләнеләр һәм күмәк бейеүгә төштөләр. Йәмле сара барлыҡ ҡунаҡтарҙың күңелдәренә хуш килде. Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас