Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
25 Сентябрь 2025, 06:50

Борондан килгән күркәм йола

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланып килә. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып, таҙартыу ғына түгел, шулай уҡ матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.

Борондан килгән күркәм йолаБорондан килгән күркәм йола
Борондан килгән күркәм йола

Ғәҙәттә, өмәгә иң етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ирегет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр халыҡта. Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән Ҡаҙ өмәһе “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә бына Һарт-Шишмә ауылында ла шаулап-гөрләп үтте.

Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп эшләнгән эш һә тигәнсе эшләнеп тә бөтә. Барлыҡ Һарт-Шишмә ауылы халҡы менән берлектә башҡарылды был күңелле байрам. Ҡаҙ өмәһе үҙенең эсенә алған бәләкәй генә йолалары менән дә бай. Ошо йолаларҙы теүәл үтәп, эште тиҙ ыратып, теүәлләп тә ҡуйҙы уңған өмәселәр.

Иң һуңынан йәмле тирмәлә өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ите, аш ашатып, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалды йорт хужабикәһе Әлфирә Сабитова.

Әйткәндәй, йорт хужабикәһе, 76 йәшлек Әлфирә Сәйетгәрәй ҡыҙы йыл һайын күп итеп ҡаҙ алып үҫтерә һәм ошолай итеп өмәләр үткәрә. Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән ул. Һарт-Шишмә ауылына 1969 йылда килен булып төшкән һәм тормош иптәше Фәнүз Мөхәмәтғәли улы менән матур йорт һалып сыҡҡандар.

- Йыл һайын күпләп ҡаҙ һәм өйрәк алып үҫтерәм. Балаларға ла, үҙебеҙгә лә етерлек итеп, 36-шар ҡаҙ алып аҫрайым. Ваҡытында малын да тоттоҡ. Ҡош-ҡорт, мал ҡарарға яратам. Фәнүз ағайығыҙ мәрхүм булғанға 12 йыл тула. Ике улымды юғалтыу ҡайғыһы ла кисерергә тура килде. Кесе улым махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды, - ти Әлфирә Сабитова.

- Ҡаҙҙар – бик аҡыллы ҡош-ҡорттар бит ул. Улар мине генә түгел, хатта, минең машинамды әллә ҡайҙан танып, үтеп киткәндә ҡаңғылдашып тороп ҡалалар. Шөкөр, туғандарыбыҙ, күрше-күләндәр, дуҫтар менән бергәләп ҡыш буйы ҡаҙ ите менән һыйланабыҙ. Әсәйем бигерәк тә ҡунаҡсыл кеше ул. Махсус хәрби операцияла һәләк булған улы иҫтәлегенә ул аҡса бүлде. Был аҡсаға ауыл халҡы менән бергәләп клуб бинаһын кәртәләнек, ауылға ингән ергә стела ҡуйҙыҡ. Ғөмүмән, барлыҡ Һарт-Шишмә ауылы халҡы бик татыу, бер-береһе менән аралашып, бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итеп йәшәйҙәр. Өмәләрҙә, ауылда уҙғарылған барлыҡ байрамдарҙа бик әүҙем ҡатнашалар, - тип өҫтәй Әлфирә Сабитованың ҡыҙы Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы.

- Күптәр ҡаҙ итен үҙенсәлекле тәме, туҡлыҡлылығы өсөн ярата. Был итте һурпаға өҫтәп ебәреү ҙә мәртәбә һанала. Ҡаҙ аҫрауҙың тағы бер яҡшы яғы – һуғым һуйғансы ашарға ит була. Туған-ырыуға, дуҫ-ишкә үҙең үҫтергән ҡош итен тотоп барыу ҙа күңелле. Ҡаҙ ите А һәм С, айырыуса В төркөмө витаминдарына, микро һәм макроэлементтарға бай. Гел хәрәкәттә йөрөгәндәргә, йыш көсөргәнешкә дусар булғандарға бигерәк тә файҙалы ул. Ҡаҙ итенең организмдан ағыулы матдәләрҙе сығарыу һәләте лә бар. Аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән дауаланғанда ла был итте ашау һөҙөмтәле. Тик артыҡ майлы булыуы арҡаһында уны шәкәр диабеты, бауыр ауырыуҙарына дусарҙарға күп ҡулланыу тәҡдим ителмәй.

Ҡаҙҙың бар өлөшөн дә бәрәкәтле тотоналар. Эс-ҡарынынан аш бешерәләр йәки бәлеш һалалар. Таҙартыуы мәшәҡәтлерәк булһа ла, башы менән тәпәйен дә әрәм итмәйҙәр, - ти өмәселәр бер тауыштан.

Эйе, ошондай байрамдар гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә. Киләһе йылда ла ҡош-ҡорттарының уңыуын, үҙҙәренә һаулыҡ, донъяға именлек теләп, рәхмәттәр әйтеп таралышты өмәселәр был ҡунаҡсыл йорттан.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас