

Зыярат кәртәләнде
Халыҡҡа оло файҙа күрһәтеүсе программа буйынса республикабыҙ бюджетынан бүленгән аҡсаға барлығы 300 метрҙан ашыу ҡойманы яңыртырға мөмкинлек тыуҙы. Ауыл халҡы ла ситтә ҡалманы, уларҙың финанс ярҙамы ла ҙур булды, әлбиттә. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһының шарттары буйынса был сумма дөйөм сығымдың ун процентын тәшкил итә. Ғөмүмән, ғәйәт ҙур һәм изге эште атҡарып сығыу өсөн барлығы миллион ярымдан ашыу аҡса тотонолған. Кәсеүәндәрҙең ҙур тырышлығы бушҡа китмәне һәм барыбыҙ ҙа бара торған мәңгелек йорт яңы күлдәк кейгәндәй булды. Ауылдаштар был изге эштә ярҙам иткән, проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән барлыҡ яҡташтарына сикһеҙ рәхмәттәрен еткерә.