Даирә
+23 °С
Облачно
Милли проекттар
11 Сентября 2025, 06:29

Изге эш башҡарылды

Халыҡ-ара Хәйриә көнө һәм Өфө халыҡ-ара марафоны сиктәрендә Үтәгән ауылы халҡы Өфө хосписына үҙ баҡсаларында үҫтергән ҡабаҡтарының бер партияһын тапшырҙы.

Изге эш башҡарылдыИзге эш башҡарылды
Изге эш башҡарылды

Изге эш башҡарылды

Хоспис вәкиле Галина Гугина организм өсөн бик файҙалы булған был аҙыҡты ихлас күңелдән ҡабул итеп алды. Ауыл халҡы менән әңгәмә ваҡытында ул учреждение эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, ә үтәгәндәр үҙ сиратында ҡунаҡты ауылдарының тарихы менән таныштырҙы, көнүҙәк мәсьәләләр һәм киләсәккә ҡорған пландары тураһында бәйән итте. Изге күңелле ауылдаштарыма афарин тиергә генә ҡала!

Айрат ИСКӘНДӘРОВ.

Үтәгән ауылы.

Автор:
Читайте нас