Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
5 Сентябрь 2025, 03:56

Саҡмағош – Дүртөйлө юлының өс километры ремонтлана

Бөтә эштәрҙе 2025 йылдың сентябрь аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.    

Саҡмағош – Дүртөйлө юлының өс километры ремонтланаСаҡмағош – Дүртөйлө юлының өс километры ремонтлана
Саҡмағош – Дүртөйлө юлының өс километры ремонтлана

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Саҡмағош — Дүртөйлө юлының өс километры ремонтланасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Саҡмағош һәм Яңы Ҡото араһында юлсылар асфальт-бетон япманы ресайклинг ысулы менән яңырта. Шулай уҡ подряд ойошмаһы юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр ҡуйырға ниәтләй.

– Саҡмағош – Дүртөйлө юлы ике район үҙәгендә һәм 60 меңдән ашыу кеше йәшәгән Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарында йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Бында трафик тәүлегенә ике мең автомобилде тәшкил итә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Бөтә эштәрҙе 2025 йылдың сентябрь аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. Улар тағы ла күләмлерәккә әйләнеп, халыҡтың тормош-көнкүрешен төрлө йүнәлештә яйға һалырға шарттар тыуҙыра.

Фото: "Молодежная газета".

Автор:
Читайте нас