Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
5 Сентябрь 2025, 03:55

Бизнес-акселератор 70 социаль проектын камиллаштырырға мөмкинлек бирҙе

Акселерация программаһын ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм Социаль проекттарға булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының «Минең бизнесым» үҙәге сығыш яһаны.

Бизнес-акселератор 70 социаль проектын камиллаштырырға мөмкинлек бирҙеБизнес-акселератор 70 социаль проектын камиллаштырырға мөмкинлек бирҙе
Бизнес-акселератор 70 социаль проектын камиллаштырырға мөмкинлек бирҙе

Өфөлә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” "(национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”)   милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған социаль эшҡыуарҙар өсөн акселерация программаһы тамамланды.

Быйыл 70-кә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты уҡыу үткән, шуларҙың 33-өнә эксперт менән айырым проекттар өҫтөндә эшләү мөмкинлеге бирелгән. Уҡыу Евразия РЭК-ының университет-ара студенттар кампусында үткән финал демо-көнө менән тамамланды, унда ун бер ҡатнашыусы эксперт советына үҙ башланғыстарын тәҡдим итте.

Акселерация программаһын ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм Социаль проекттарға булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының «Минең бизнесым» үҙәге сығыш яһаны.

– Башҡортостан социаль предприятиелар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы позицияһын ышаныслы һаҡлай, социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙенең өҫтөнлөгөн раҫлай. Бындай акселерация программалары социаль предприятиеларҙы үҫтереүгә һәм масштаблаштырыуға, шулай уҡ уларҙың башланғыстарына ихтыяжды арттырыуға булышлыҡ итә,- тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Сығарылыш уҡыусылары араһында мәғариф, мәҙәни мираҫты һаҡлау, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү өлкәһендәге проекттар ҙа бар. Улар араһында эшҡыуар Гөлсөм Шакированың "Смарт+" проекты ла бар.

Татар һәм башҡорт телдәренең һөйләү формаларын мауыҡтырғыс өйрәнеү өсөн инновацион онлайн-майҙансыҡ мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, өлкәндәргә һәм мигранттарға йүнәлтелгән. Милли телдәрҙең үҫеше хәҙерге поп-мәҙәниәте элементтары: мемдар, музыка һәм тере диалогтар аша бара.

– Был программа клиенттар ихтыяжын өйрәнеү һәм финанс планлаштырыу өсөн инструменттар бирҙе. Наставник менән эшләү беҙгә социаль миссияны аҡса эшләү мөмкинлеге менән берләштереүҙе аңларға ярҙам итте, – тип билдәләй Smart+ проектына нигеҙ һалыусы Гөлсөм Шакирова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас