

Республика мәктәптәренең агрокластарында эшләгән 120 уҡытыусы Башҡортостан дәүләт аграр университетында квалификация камиллаштырыу курсы үтә. Был эш “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектына (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Уҡыуҙар 7 ноябргә тиклем дауам итә. Программаға өс төп модуль индерелгән: “Ауыл хужалығында алдынғы технологиялар”, “Белем биреү тармағында дәүләт сәйәсәте”, “Заманса агроетештереү”. Шулай уҡ ике өҫтәмә йүнәлеш бар: “Агротехнология класында уҡыу предметтарын тәрәнәйтеп өйрәтеү” һәм “Агротехнология буйынса профилле белем биреү системаһында махсуслаштырылған уҡыу курстары һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек”.
Лекциялар, ғәмәли күнекмәләр дистанцияла белем биреү технологиялары ярҙамында үткәрелә. Тыңлаусылар өсөн алдынғы агропредприятиеларға барып лаборатор һәм практик эштәр ойоштороу ҡаралған.
“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын үҫтереү, уның технология йәһәтенән бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү. Ошо арҡала илдә кәрәкле барлыҡ аҙыҡ-түлек буласаҡ, шулай уҡ донъя баҙарында урынды нығытыу мөмкинлектәре артасаҡ.
Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдың башынан алып тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан дәүләт аграр университеты сайтынан.