

Федоровка үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, хирургияла ҡулланылыусы яҡтыртҡыс алынды.
Яңы ҡорамал операция һәм диагностик тикшеренеүҙәр ваҡытында операция киңлеген яҡтыртыу өсөн ҡулланыла. Яҡтылыҡ сифаты юғары, эш башҡарыу киңлеген көйләү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә яҡтыртыу блоктарын еңел генә күсерергә, күсәре тирәләй сикһеҙ һанда әйләндерергә була. Шулай уҡ тейешле торошта нығытып ҡуйыу мөмкин.
– Яңы ҡорамал әмәлиәттәр яһау сифатын бермә-бер күтәрәсәк. Операция яһау киңлеге теүәлерәк һәм хәүефһеҙерәк буласаҡ. Табиптарға ҡатмарлы операцияларҙы һөҙөмтәлерәк башҡарырға мөмкинлек артасаҡ, – тип билдәләне Федоровка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Олег Белоусов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:Федоровка үҙәк район дауаханаһы сайты.