Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
28 Август 2025, 11:16

Көнөнә 12,500 автомобиль үтә

Күгәрсен районында Магнитогорск – Ира юлының 4,3 километры ремонтланды.

Көнөнә 12,500 автомобиль үтәКөнөнә 12,500 автомобиль үтә
Көнөнә 12,500 автомобиль үтә

Башҡортостандың Күгәрсен районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Магнитогорск — Ира юлының 4,3 километры яңыртылды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.

Воскресенское ауылы эргәһендәге участкала подрядсы иҫке япманы алмаштырған, тигеҙләүсе һәм асфальт-бетон ҡатламдар һалған, юл ситтәрен нығытҡан һәм билдәләр ҡуйған.

– Был юл – Башҡортостандың мөһим транспорт артерияһы һәм республиканың терәк селтәренә инә. Ул республиканың бер нисә районын: Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарын тоташтыра. Был юлда тәүлегенә 12,5 мең автомобиль йөрөй. Шуға күрә был юлды норматив хәлдә тотоу һәм бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, - тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

2025 йылда Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында дөйөм оҙонлоғо 26,5 километр тәшкил иткән был трассаның тағы ла 10 участкаһын ремонтлау планлаштырыла. Бөтә эштәр 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамланасаҡ.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-08-28/k-n-n-12-500-avtomobil-t-4364655 

Автор:
Читайте нас