Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
12 Август 2025, 04:44

Бәләбәйҙә "Ер кендеге" тип аталған арт-объект барлыҡҡа киләсәк

Был һәйкәл ҡаланың үҙенсәлекле географик урынлашыуын символлаштыра — уның координаталары 57°07′00′′ төньяҡ киңлек һәм 57°07′00′′ көнсығыш оҙонлоҡ тулыһынса тап килә.

Бәләбәйҙә "Ер кендеге" тип аталған арт-объект барлыҡҡа киләсәкБәләбәйҙә "Ер кендеге" тип аталған арт-объект барлыҡҡа киләсәк
Бәләбәйҙә "Ер кендеге" тип аталған арт-объект барлыҡҡа киләсәк

Бәләбәй ҡалаһында «Йәшәү өсөн инфраструктура»  (национальный проект “Инфраструктура для жизни) милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Инноваторҙар бульвары» проектына ярашлы, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эш дауам итә. Был хаҡта Бәләбәй районы хакимиәте хәбәр итә.

Белгестәр "Ер кендеге" арт-объектын урынлаштырасаҡ. Был һәйкәл ҡаланың үҙенсәлекле географик урынлашыуын символлаштыра — уның координаталары 57°07′00′′ төньяҡ киңлек һәм 57°07′00′′ көнсығыш оҙонлоҡ тулыһынса тап килә.

Яҡында тактиль карта менән навигация системаһы ҡуйыласаҡ, ул ҡунаҡтарға ҡала буйлап йөрөргә, уның тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе белергә ярҙам итәсәк.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – халыҡ йәшәгән биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлауҙы, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереүҙе, уға бәйле бөтә социаль-коммуналь инфраструктураны булдырыуҙы һәм яңыртыуҙы үҙ эсенә ала. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

 

 

Автор:
Читайте нас