Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
8 Август 2025, 09:24

Яңы ФАП эшләй башлаған

Ул Мәләүез районының Дмитриевка ауылы халҡын хеҙмәтләндерә    

Яңы ФАП эшләй башлағанЯңы ФАП эшләй башлаған
Яңы ФАП эшләй башлаған

Мәләүез районының Дмитриевка ауылында яңы ФАП асылған. Был “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы эшләнгән. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

ФАП заман талаптарына тулыһынса тура килә. Бында персонал өсөн дә, пациенттар өсөн дә кәрәкле ҡорамалдар, шарттар бар. Уңайлы ФАП Дмитриевканың 160-тан ашыу кешеһен хеҙмәтләндерәсәк.

Халыҡ һанлы медицина хеҙмәттәре менән дә ҡуллана ала. Фельдшер дистанцион рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын аса, электрон рецепт яҙып бирә, табип менән консультация ойоштора, дауаланыусы тураһында мәғлүмәттәрҙе башҡа медицина ойошмаһына ебәрә ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән быйылдан яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Улар буйынса тормошҡа ашырылған ғәмәлдәр тағы ла күләмлерәккә әйләнде.

Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/...

Автор:
Читайте нас