Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
8 Август 2025, 09:22

Ҡурҡыныс сирҙәрҙе асыҡлай алалар

Яңы ҡорамалдың халыҡҡа файҙаһы ҙур    

Ҡурҡыныс сирҙәрҙе асыҡлай алаларҠурҡыныс сирҙәрҙе асыҡлай алалар
Ҡурҡыныс сирҙәрҙе асыҡлай алалар

“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) Оло  Ыҡтамаҡ  үҙәк район дауаханаһына быйыл  яңы заманса ультра тауышлы диагностика аппараты ҡайтарылды. Алты ай эсендә унда 3750-нән ашыу тикшереү уҙғарылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

УЗИ аппараты үҙебеҙҙә етештерелгән юғары сифатлы ҡорамал.

- Яңы УЗИ аппараты беҙгә сифатты ла яҡшыртырға, төрлө орган ауырыуҙарының диагностика тиҙлеген дә күтәрергә мөмкинлек бирҙе, - тине Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһының ультра тауыш диагностикаһы табибы    Фирҙәүес Әхмәтшина.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: ”Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас