

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда Шаран – Яңы Балтас – Андреевка юлының 5,5 километры ремонтланды. Иҫке Сикәй янындағы ике участканы һәм Иҫке Томбағош һәм Яңы Ҡаръяуҙы араһындағы юл өлөшөн төҙөкләндерҙеләр. Юлсылар асфальт япмаһын яңыртты, юл ситтәрен нығытты һәм тамға һалды.
– Юл Илеш, Шаран, Саҡмағош райондарының күп тораҡтарын тоташтыра. Ошо юл менән ауыл халҡы район үҙәктәренә – Шаран һәм Үрге Йәркәй ауылдарына бара. Был юлды ремонтлау хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙы хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ тәьмин итәсәк, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2025 йылда Шаран, Саҡмағош һәм Илеш райондарында дөйөм оҙонлоғо 12,4 километр тәшкил иткән был юлдың биш участкаһында ремонт эштәре дауам итәсәк. Бөтә эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуҙы бурыс итеп ҡуя.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты киң ҡоласлы, ул 12 федераль проектты үҙ эсенә алған. Төҙөлөш министрлығы шуларҙың бишеһенә (“Тораҡ пункттарында инфраструктураны үҫтереү”, Торлаҡ”, “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу”, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”, “Яңы төҙөлөш ритмы”) етәкселек итәсәк. Шулай уҡ яңы проект элекке “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекттарын дауам итеп, федераль һәм төбәк селтәрҙәренең юл төҙөлөшөндә һәм ремонтлауҙа, йәмәғәт транспортын яңыртыуҙа һынылыш яһарға тейеш. Айырыуса дәүләт федераль трассаларын үҫтереүгә иғтибар арттырыласаҡ.
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайты.