Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
5 Август 2025, 11:06

Республикала төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса масштаблы эште дауам итә.

Республикала төҙөкләндереү эштәре дауам итәРеспубликала төҙөкләндереү эштәре дауам итә
Республикала төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Башҡортостанда, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына (федеральный проект “Формирование комфортной городской среды”) ярашлы, кешеләрҙең тормошо уңайлы булһын өсөн шарттар булдыралар. Шулай итеп, былтыр был маҡсатта 11 миллиард һум тотонолған, 123  йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Һөҙөмтәлә Башҡортостан был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә етенсе урын биләгән.

Ағиҙел, Дүртөйлө, Яңауыл, Ишембай һәм Мәләүез ҡалалары проекттары бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитн булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Әйткәндәй, Башҡортостан тормошҡа ашырылған башланғыстар буйынса биш лидерҙар иҫәбендә һәм Волга буйы федраль округында беренсе урынды биләй.

Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса киң эште дауам итә. Быйыл 94 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү өсөн 1,2 миллиард һум аҡса бүләсәктәр. Иғтибар айырыуса республика райондарының административ үҙәктәрен төҙөкләндереүгә бүленәсәк. Өфөләге йәмәғәт биләмәләре үҫешенә айырым иғтибар бүленә. Быйыл Ленин исемендәге парк яңыртыла башланды.

Сығанаҡ, фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Автор:
Читайте нас