Быйылғы, X Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу проекттары конкурсына Башҡортостандан 10 ғариза ебәрелде, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь министрлығы. Улар – Октябрьский, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Ағиҙел һәм Дүртөйлө ҡалалары һәм Үрге Йәркәй, Ҡырғыҙ-Миәкә, Кушнаренко һәм Шишмә ауылдары.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектына индерелгән. Мәҫәлән, Дүртөйлөнән "Иванай баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре“ проекты был биләмәнең тәбиғи потенциалын асып, рекреацион киңлек булдырыуҙы тәҡдим итә. Ә «Бөрө: йылғалағы сауҙагәр ҡалаһы» проекты концепцияһына ҡаланың визит карточкаһы булырлыҡ тарихи яр буйы күренешен тергеҙеү инә.
Конкурста ҡатнашҡан осорҙа Башҡортостандан йәмғеһе 34 проект еңеүсе булды, шуларҙың 27-һе тамамланған да инде.
– Конкурс проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килә, был, үҙ сиратында, ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыуға йоғонто яһай һәм беҙгә ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирә, – ти Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Бәләбәй ҡалаһы – өс тапҡыр, ә Ағиҙел, Баймаҡ, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Учалы, Яңауыл икешәр тапҡыр еңеүсе булды. Республиканың 17 ҡалаһында бөтәһе 24 урын яңыртылды һәм Николо-Березовка, Воскресенское һәм Йылайыр ауылдарында өс проект тормошҡа ашырылды.
Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыуҙың иң яҡшы проекттары буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында 300 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар, шулай уҡ терәк пункттар ҡатнаша. Рәсәйҙең Киңлек үҫеше стратегияһына ярашлы, ҡала агломерациялары сигендә урынлашмаған ауыл йә ҡала терәк пункт тип һанала, уның нигеҙендә инфраструктура тиҙ үҫешә. Шул уҡ ваҡытта 50 саҡырымдан да алыҫ ятмаған ерҙә йәшәүселәр унда мәғариф, медицина, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәтләндереү алыу мөмкинлегенә эйә. Башҡортостанда бөтәһе ошондай 42 ҡала һәм ауыл бар.
Фото: glavarb.ru/ru/news/event/...