Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
1 Август 2025, 07:15

Стәрлетамаҡта “Йәйғорло” биҫтә ҡалҡа

Ҡалала Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү (КРТ) проекты буйынса беренсе күп фатирлы йорт төҙөлә башлаясаҡ 

Стәрлетамаҡта “Йәйғорло” биҫтә ҡалҡаСтәрлетамаҡта “Йәйғорло” биҫтә ҡалҡа
Стәрлетамаҡта “Йәйғорло” биҫтә ҡалҡа

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекты буйынса тәүге күп фатирлы йортто төҙөүгә рөхсәт бирелде. Ул «Йәйғорло» торлаҡ районында ҡалҡып сығасаҡ. Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү – «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни) төп йүнәлештәренең береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.

Был биләмә ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, Магистраль һәм  Ҡаранай Моратов урамдары киҫелешендәге участкала, урынлашҡан.

– Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 184 гектарға тиң. Бында 800 мең квадрат метр самаһы торлаҡ барлыҡҡа киләсәк. Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекты буйынса тәүге яңы төҙөлгән фатирҙарҙың майҙаны яҡынса 26 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Был 500-гә яҡын Стәрлетамаҡ кешеһен яңы торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне  Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Төҙөлөш барған биләмәнең төньяҡ өлөшөндә Республика клиник инфекция дауаханаһы урынлашҡан. Уның янындағы ошоғаса буш ятҡан участкала бөтә социаль, инженер һәм транспорт инфраструктура менән тәьмин ителгән торлаҡ йорттар төҙөләсәк.

Территорияны планлаштырыу буйынса 2024 йылда раҫланған документацияға ярашлы, бында балалар баҡсалары, мәктәптәр, ФОК, трибуналары һәм спорт аренаһы булған стадион, балалар сәнғәт мәктәбе төҙөү күҙ уңында тотола. Бынан тыш, парк зонаһы булдырыу ҡаралған.

Төҙөлөш эштәренә яуаплы булып «Риком» компаниялар төркөмө сығыш яһай. Ул 15 йыл дауамында проектты тормошҡа ашырыу бурысын үҙ өҫтөнә алған.  

Инвестор биләмәне ике этапта үҙләштерергә планлаштыра: беренсе этап 2030 йылға тиклем 200 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөүҙе үҙ эсенә ала; икенсе этап 2038 йылға тиклем 500 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Стәрлетамаҡта «Йәйғорло»нан тыш, «Яр буйы» торлаҡ районын комплекслы төҙөү планлаштырыла. Территорияларҙы үҙләштереүгә планлаштырылған майҙан 14,2 мең квадрат метр тәшкил итә.

«Яр буйы» торлаҡ районы биләмәһен комплекслы үҫтереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән, конкурс документацияһы әҙерләнә. Был этапта торлаҡ төҙөлөшөнөң рөхсәт ителгән күләмдәре аныҡланасаҡ һәм инфраструктура төҙөү буйынса йөкләмәләр бүленәсәк.

Фото: “Стәрлетамаҡ ҡалаһы” төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас