

Уны төҙөү “Оҙон ғүмерлеелк һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Яңы ФАП барлыҡ заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Унда халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналға эш урыны булдырыу өсөн бар нимә бар. Фельдшер кабинеты, ҡаралыу бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмә, медикаменттар һәм йыйыштырыу инвентарҙары өсөн урын – барыһы ла яҡты һәм уңайлы.
Был ФАП-та беренсе медик-санитар ярҙамды Килҡабыҙ һәм Ҡорос-ҡаран ауылдары халҡы аласаҡ. Халыҡ һаулығы һағында фельдшер Лилиә Маликова тора.
— Башҡортостанда барлығы 2083 ФАП иҫәпләнә. Беҙ Рәсәйҙә шул тиклем күп фельдшер-акушерлыҡ пунктын һаҡлап ҡалған берҙән-бер төбәк. Иң мөһиме, улар яңыртыла. ФАП-тар асыу – ул һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә халыҡ өсөн дә мөһим ваҡиға. Хәҙер медицина ярҙамы тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ, - ти Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина.
Ә инде “Һанлы ФАП” проекты ярҙамында халыҡ цифрлы медицина хеҙмәттәре алыу мөмкинлегенә эйә. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһын уҙғара, медицина күрһәткестәрен башҡа учреждениеға,мәҫәлән, ЭКГ-ны йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәгенә ебәрә аласаҡ.
Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.