Даирә
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
31 Июля 2025, 04:45

Ҡырмыҫҡалы халҡын йыл аҙағында нимә көтә?

Тренажерҙар, мини-футбол майҙансығы ла буласаҡ.    

Ҡырмыҫҡалы халҡын йыл аҙағында нимә көтә?Ҡырмыҫҡалы халҡын йыл аҙағында нимә көтә?
Ҡырмыҫҡалы халҡын йыл аҙағында нимә көтә?

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә парк төҙөкләндерелә. Был эштең өсөнсө этабы "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") нигеҙендә башҡарыла.

Бында заманса балалар майҙансығы урынлаштырылған, асфальт юлдар һалынған, бағаналарға яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған.

Эште башҡарыр алдынан подрядсы ойошма ағастарҙы ҡырҡты, ерҙе тигеҙләне. Быйыл паркта тренажерҙар һәм мини-футбол өсөн майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Эш йыл аҙағына тиклем тамамланыр тип көтөлә.

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") маҡсаты - ауылдарҙы комплекслы үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас