Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
31 Июль 2025, 09:55

Яңауыл дауаханаһына – уңайлы машина

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирға бындай автомобилдә ултырыу уңайлыраҡ.

Яңауыл дауаханаһына – уңайлы машинаЯңауыл дауаханаһына – уңайлы машина
Яңауыл дауаханаһына – уңайлы машина

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Яңауыл районы дауаханаһының автопаркына "Лада Гранта" автомобиле һатып алынды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

“Лада Гранта” базаһындағы еңел автомобиль дүрт пассажирҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешене ташыуға иҫәпләнгән. Уның өсөн алғы ултырғыс бороу-күсереү механизмы һәм тотҡа менән йыһазландырылған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирға бындай автомобилдә ултырыу уңайлыраҡ. Әгәр пассажир инвалид коляскаһынан күсеп ултырһа, колясканы йыйып, багажға алып ҡуйырға һәм ҡайыш менән нығытырға була.

– Автопаркты яңыртыу пациенттарға медицина хеҙмәттәре күрһәтеү мөмкинлеген арттыра, – тип билдәләй Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадъяров.

2025 йылда “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

134 модуль конструкция һатып алыу һәм ҡуйыу, туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәреү, 4,5 меңдән ашыу ҡорамал, 99 автотранспорт берәмеге һатып алыу планлаштырылған.

Сығанаҡ: health.bashkortostan.ru

Автор:
Читайте нас