

Башҡортостандан “Узорица” фолк-төркөмө 1-3 августа Ҡырымда үткән "Таврида.Арт" сәнғәт фестивалендә сығыш яһай, тип хәбәр итә республиканың Мәҙәниәт министрлығы. Форум “Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект "Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы ойошторола.
Был – Рәсәйҙә йәш сәнғәт төрҙәренә арналған иң ҙур мәҙәни-мәғрифәти ваҡиға. Башҡортостан вәкиле булараҡ ҡатнашҡан төркөмдә традицион башҡарыу электрон биттар, рэп һәм йәнле инструменттар менән ҡатнашлыҡта яңғырай.
Төркөм фольклорҙы ҡыйыу рәүештә үҙгәртеп, уның нигеҙендә үҙенсәлекле музыка ижад итә. Бындай башҡарыу хәҙерге аудиторияға ла, халыҡ сәнғәтен үҙ итеүселәргә лә яҡын. “Таврида”ла коллектив бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы музыкаль проекттар иҫәбендә сығыш яһай.
Илебеҙ төбәктәре фестивалгә мәҙәни һәм гастрономик ҡаҙаныштарын алып килә. Рәссамдар һәм дизайнерҙар визуаль сәнғәт менән хайран ҡалдыра. Йола буйынса, меңәрләгән ҡатнашыусыны тематик сара ла берләштерә: улар бер колоннаға тупланып, күмәкләп фестиваль биләмәһе аша үтә.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Узорица"ның "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.