

Бәләбәй районының дауаханаһы автопаркы дүрт яңы машин менән тулыланды. Уны алыу өсөн аҡса “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектынан (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бүленде, тип хәбәр итә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Был еңел автомобилдәр ятҡан ауырыу пациентты һәм бер медицина хеҙмәткәрен йәки дүрт пассажирҙы йөрөтөүгә тәғәйенләнгән. Пациентты транспортировкалау өсөн икенсе рәттәге ултырғыстарҙың бер өлөшө йыйыла. Бушаған урынған носилкаларҙы һәм махсус ҡоролмаларҙы ҡуйырға мөмкин. Шулай итеп был автомобилде техник транспорт сараһы итеп кенә түгел, анализдар ташыу, пациенттарҙы йөрөтөү өсөн дә ҡулланырға була.
-Автопаркты яңыртыу – район һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫешендә мөһим этап. Яңы автомобилдәр оперативлыҡты һәм медицина ярҙам сифатын күпкә яҡшыртырға булышлыҡ итә. Был айырыуса төпкөлдәге ауылдарға ҡағыла, - тине Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рөстәм Ишмырҙин.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп масаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенә өлгәшеү.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса быйылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.