

Ағиҙел ҡалаһы белем усаҡтарына яңы ҡоролмалар һәм йыһаздар алынды. Улар хеҙмәт, Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре дәрестәре өсөн тәғәйенләнгән. Ағас һәм металл эшкәртеү станоктары, тегеү машиналары һәм башҡа заманса талаптарға яуап биреүсе махсус ҡоролмаларҙы алыу “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре дәрестәре өсөн алынған ҡоролмалар дәрестәрҙе симуляторҙар һәм тренажерҙар менән интерактив формала үткәрергә булышлыҡ итәсәк, ә хеҙмәт дәресе кабинеттарында балалар төрлө һөнәрҙәргә өйрәнә, ижади һәләттәрен үҫтерә аласаҡ.
РФ Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырылған "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект сиктәрендә мәктәптәр төҙөлә һәм ремонтлана, педагогтарҙың квалификацияһы күтәрелә, уҡытыу өсөн яңы шарттар, уҡытыуҙың яңы методикалары булдырыла.