Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
18 Июль 2025, 11:08

Мебель етештереү арта

Милли проекттар быға булышлыҡ итә.    

Мебель етештереү артаМебель етештереү арта
Мебель етештереү арта

“Велес” мебель фабрикаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) 30 процентҡа мебель етештереүҙе арттырырға уйлай. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

“Велес”та һаҡсыл технологияларҙы индереү өсөн  пилот йүнәлеше булараҡ  корпус мебелен етештереү эше билдәләнгән, фасадтарҙы вакуумлау буйынса эталон участкаһы һайланған. Планлаштырылған сараларҙы тормошҡа ашырыу продукцияның үҙ ҡиммәтен кәметергә, участкаларҙың етештереүсәнлеген арттырырға, производство ваҡытын ҡыҫҡартырға ярҙам итә.

-Һаҡсыл производство принцибын индереү – заманса иҡтисади шарттарҙа уңышҡа асҡыс. Проектта ҡатнашыу – производство процестарын ҡулайлаштырырға, персоналдың квалификацияһын күтәрергә, идара итеүҙең заманса ысулдарын индерергә  ярҙам итә. Шуныһы мөһим, үҙгәрештәр федераль проектта ҡатнашыусы предприятиенан ҙур инвестиция сығымдары талап итмәй, - ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты предприятиеларға эксперттарҙың бушлай ярҙамын алыуға, персоналды уҡытыуға  мөмкинлек бирә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор:
Читайте нас