

Ҡырмыҫҡалы районында Шайморат һәм Ҡарлыман ауылдары эргәһендәге Өфө - Инйәр - Белорет юлының ике участкаһын ремонтлау тамамланды.
Дөйөм оҙонлоғо 2,8 км булған участкаларҙа юлсылар асфальт-бетон япмаһын яңыртҡан, юл ситтәрен нығытып, билдәләр ҡуған. "Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы-Башҡортостандың иң популяр туристик йүнәлештәренең береһе. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары уның аша Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы, Атыш шарлауығы һәм „Абҙаҡ“ тау саңғыһы курорты кеүек билдәле тәбиғәт иҫтәлекле урындарына барып етә. Бында трафик һәр ваҡыт тығыҙ - тәүлегенә 12 мең автомобилгә етә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ тәьмин итеү мөһим ине», — тип билдәләне төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2025 йылдың аҙағына тиклем Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет райондарында был юлдың дөйөм оҙонлоғо 24,3 саҡрым тәшкил иткән ете участкаһын ремонтлау күҙаллана. ”Тормош өсөн инфраструктура” (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) милли проектының маҡсаты – торлаҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.