Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Июль 2025, 09:57

Яңы медицина пункты ишектәрен асты

Ул Даниловка ауылының 240-тан ашыу кешеһен хеҙмәтләндерәсәк    

Яңы медицина пункты ишектәрен астыЯңы медицина пункты ишектәрен асты
Яңы медицина пункты ишектәрен асты

Мәләүез районының Даниловка ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

 Яңы медицина пункты бөтә заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Ул кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар. Яңы медицина пункты Даниловка ауылының 240-тан ашыу халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

– Яңы медицина пункты – медицина хеҙмәттәрен яҡшыртыу һәм унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу буйынса бурыстарҙы үтәүҙә мөһим аҙым. Заманса ҡорамалдар һәм уңайлы эш шарттары һауыҡтырыу һөҙөмтәлелеген арттырыр һәм яҡташтарыбыҙҙың сәләмәтлеген нығытыр тип уйлайбыҙ, – тине  үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илмир Ҡотлоғужин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:
Читайте нас