Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
27 Июнь 2025, 09:17

"Нерал Продукт" эшкә өйрәтә

Өфө ит-консерва комбинаты, “Красный ключ”, ЕАТ-Урал компаниялары вәкилдәре белем алырға килде.    

"Нерал Продукт" эшкә өйрәтә"Нерал Продукт" эшкә өйрәтә
"Нерал Продукт" эшкә өйрәтә

Башҡортостан предприятиелары “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ярашлы алдынғы тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашты.

Өфө ит-консерва комбинаты, “Красный ключ”, ЕАТ-Урал компаниялары вәкилдәре белем алыу маҡсаты менән келәт процестарын ҡулайлаштырыуҙа һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәшкән “Нерал Продукт” дистрибуция-логистика йәмғиәтендә булды. Был хаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәгенән хәбәр иттеләр.

“Нерал Продукт”ҡа килгәндәр йәмғиәттең ғәмәли ҡарарҙарын өйрәнә, логистикаға һаҡсыл технологиялар индереүҙең уңышлы өлгөләре менән таныша, уларҙы үҙ майҙансыҡтарына яраҡлаштырыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алыша.

Быға ҡәҙәр “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыуы, Төбәк компетенциялар үҙәге менән ныҡлы бәйләнеше арҡаһында “Нерал Продукт” алты ай эсендә пилот участкаһында ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән: хеҙмәт етештереүсәнлеге 20 процентҡа артҡан, тейәлгән тауар күләме тәүлегенә 303,8 килограмдан 377 килограмға еткән, процестарҙың үтәлеше ваҡыты 1,7 тапҡырға ҡыҫҡарған.

Компанияларҙың бер-береһенән өйрәнеүе, уңышлы эш өлгөләре менән уртаҡлашыуы тотош төбәктә хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: ppt.bashkortostan.ru

Автор:
Читайте нас