Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
27 Июнь 2025, 09:18

Эшҡыуар бизнесын үҫтереү өсөн льготалы кредит алған

Дәүләт ярҙамы әйләнештәге капиталды тулыландырыуға йүнәлтеләсәк.    

Эшҡыуар бизнесын үҫтереү өсөн льготалы кредит алғанЭшҡыуар бизнесын үҫтереү өсөн льготалы кредит алған
Эшҡыуар бизнесын үҫтереү өсөн льготалы кредит алған

Мәләүездән шәхси эшҡыуар Сулпан Күскилдина ваҡлап һатыу магазинын үҫтереү өсөн 1,5 миллион һумлыҡ ташламалы кредит алған. Был аҡса әйләнештәге капиталды тулыландырыуға тотоноласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәк Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

"Республикалағы эшҡыуарҙарға "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты буйынса микрофинанслау ярҙамы Башҡорт микрокредит компанияһы тарафынан күрһәтелә. Ойошма льготалы кредиттарҙы ябайлаштырылған эшкәртеү һәм түбәнәйтелгән процент ставкалары аша бизнес өсөн финанс ресурстарының булыуын тәьмин итә", — ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Бынан 20 йылдан ашыу элек Сулпан Күскилдина үҙ эшен ваҡлап һатыу магазины менән башлай һәм аҙыҡ-түлек продукцияһы менән тәьмин итеү, йылы аш ойоштороу буйынса хөкүмәт контракттары менән эшләй. Әле эшҡыуар аҙыҡ-түлек ташыуҙы ла, ваҡлап һатыуҙы ла үҫтереүҙе дауам итә.

"Май айында Башҡорт микрокредит компанияһы менән бәйләнешкә инеп, кәрәкле матди ярҙам алдым. Бигерәк тә ғариза биреүҙең ябайлығы һәм уңайлылығы ҡыуандырҙы. Хеҙмәтләндереүҙең сифаты, мәсьәләмде тиҙ арала хәл итеүҙәренә шатландым", - ти эшҡыуар Сулпан Күскилдина.

"Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад" (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проектының маҡсаттары булып иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү тора. Иҡтисадтың сәнәғәт тармаҡтары, юғары технологиялар һәм йәштәр бизнесы перспективаларына айырым иғтибар бирелә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас