Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
26 Июнь 2025, 05:00

Пациент өсөн дә, табип өсөн дә уңайлы

Яңы операция өҫтәлдәре ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе юғары теүәллек һәм хәүефһеҙлек  менән үтәргә ярҙам итәсәк    

Пациент өсөн дә, табип өсөн дә уңайлыПациент өсөн дә, табип өсөн дә уңайлы
Пациент өсөн дә, табип өсөн дә уңайлы

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Асҡар үҙәк район дауаханаһы ике заманса  универсаль  операция өҫтәленә байыны.

Был яңы өҫтәлдәр операция үткәреү, операциянан һуң ауырыуҙы тәрбиәләү һәм тикшереүҙәр өсөн хеҙмәт итәсәк.

 Улар табиптың һәр хәрәкәтенең ышаныслы булыуын тәьмин итә, пациентҡа уңайлылыҡ тыуҙыра. Ныҡлы нигеҙе һәм тотороҡло колоннаһы табиплыҡ манипуляциялары үткәргәндә ҙур ярҙамсы буласаҡ. Өҫкө яғы пациент өсөн уңайлы матрас менән йыһазландырылған. Эш ҡоралдары һалырға уңайлы урыны ла бар.

–Был заманса ҡорамал дауаханала медицина хеҙмәттәренең сифатын  һиҙелерлек күтәрәсәк. Яңы операция өҫтәлдәре ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе юғары теүәллек һәм хәүефһеҙлек  менән үтәргә ярҙам итәсәк, шулай уҡ табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡ,  –тип билдәләне дауахананың хирургия бүлексәһе мөдире Азамат Сәйфуллин.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Фото:һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас