Даирә
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
20 Июня 2025, 04:29

Предприятиелар бушлай ярҙамдан файҙалана аласаҡ

2025 йылда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проекты белгестәре 1000 предприятиеның һөҙөмтәлелеген күтәрергә ярҙам итәсәк    

Предприятиелар бушлай ярҙамдан файҙалана аласаҡПредприятиелар бушлай ярҙамдан файҙалана аласаҡ
Предприятиелар бушлай ярҙамдан файҙалана аласаҡ

2025 йылда республикалағы 23 компания Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәгенән бушлай ярҙам менән файҙалана аласаҡ

Уларҙың 12-һе “Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») федераль проектына инеп, һаҡсыл технологияларын тормошҡа ашыра башлаған да инде.

РЦК РБ белгестәре тағы ла 11 компанияға оператив һөҙөмтәлелекте арттырырға ярҙам итә ала: эске етештереү логистикаһын яҡшыртыу, ҡорамалдарҙы тулыһынса файҙаланыуҙы тәьмин итеү, етештереүҙең өҙөклөктәрен кәметеү.

— 2025 йылда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проекты белгестәре 1000 предприятиеның һөҙөмтәлелеген күтәрергә ярҙам итәсәк. Быйыл беҙгә 600 ойошманан заявка килде, тағы ла 400 компания Продуктивность.рф платформаһында ғариза бирә ала.

Компетенция үҙәктәренең киң селтәре беҙгә илдең теләһә ҡайһы төбәгендәге предприятиеларға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк, тип билдәләне Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов.

2019 йылдан Рәсәйҙең 6 меңдән ашыу ойошмаһы Стратегик үҫеш федераль үҙәге һәм Рәсәйҙең Стратегик үҫеш үҙәге тарафынан ярҙам алған. Яңы етештереү мәҙәниәте бизнесҡа тиҙләтелгән темптар менән үҫешергә ярҙам итте, ә милли проект эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу иҫәбенә өҫтәмә хаҡтың артыуы 434 миллиард һум тәшкил итте.

Дөйөм алғанда, 2030 йылға илдә тағы ла 6 мең предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа ярҙам аласаҡ. Федераль етештереүсәнлек проекты "Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

 

Автор:
Читайте нас