

Өфөлә йәшәүселәрҙе яңы форматта барған «БумБатл» Бөтә Рәсәй экологик акцияһында ҡатнашырға саҡыралар – хәҙер макулатураны йыл әйләнәһенә тапшырырға мөмкин. Акция «Экологик именлек» милли проектына (национальный проект «Экологическое благополучие») ярҙам итеү маҡсатында ойошторола, тип хәбәр итте Өфө хакимиәтендә.
Төп маҡсат – артыҡ ҡағыҙ ҡулланыуҙы кәметеү һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен формалаштырыу. Әммә, һәр батлдағы кеүек, был йыйылған макулатура һаны буйынса ярышта команда йәки шәхси зачетта беренселек өсөн көрәшергә, шулай уҡ үҙ төбәгеңә йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшыһы булырға ярҙам итергә мөмкин. Ҡатнашыусылар һәм ғаиләләр араһында шәхси ярыштарҙың аралыҡ һөҙөмтәләре миҙгелле иғлан ителәсәк, ә команда һәм төбәк зачетына йомғаҡ 2026 йылдың мартында яһаласаҡ.
Акцияла мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, мәктәптәр, урта махсус уҡыу йорттары, юғары уҡыу йорттары, ваҡлап һатыу ойошмалары һәм Башҡа ойошмалар, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы территорияһында даими йәшәгән Рәсәй граждандары (шәхси зачет һәм ғаилә зачеты категорияһында) ҡатнаша ала. Ғаилә зачеты категорияһында ата-әсә (законлы вәкил) һәм кәм тигәндә бер бала ҡатнаша.
Ҡағыҙҙы балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында, ҡатнашыусы компанияларҙың офистарында, дәүләт учреждениеларында һәм ҡабул итеү пункттарында тапшыралар. Иң яҡын йыйыу нөктәләрен «БумБатла» сайтындағы интерактив картала табырға мөмкин.
Акцияла ҡатнашыу өсөн макулатураны теләһә ниндәй ҡабул итеү пунктында йыйырға һәм тапшырырға һәм тапшырылған макулатураның күләмен раҫлаусы акт алырға; сайтта шәхси кабинетта теркәлергә кәрәк https://бумбатл.национальныепроекты.рф, алдан аккаунт төрөн һайлап, конкурс зачеттарының береһенә ҡарауын билдәләй.