Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
20 Июнь 2025, 04:31

Дәүләт хеҙмәттәре порталы тормошто еңеләйтә

Башҡортостанда йәшәүселәр дәүләт хеҙмәттәре порталы аша аҙ тәьмин ителгәндәр статусын ала ала    

Дәүләт хеҙмәттәре порталы тормошто еңеләйтәДәүләт хеҙмәттәре порталы тормошто еңеләйтә
Дәүләт хеҙмәттәре порталы тормошто еңеләйтә

Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында Башҡортостан халҡы “граждандарҙы аҙ тәьмин ителгән тип таныу” хеҙмәтенән файҙалана һәм торлаҡ алыу өсөн иҫәпкә баҫа ала, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) маҡсаттарына тап килә.

- Элек льготалар һәм түләүҙәр алыу өсөн граждандарға документтар пакетын йыйырға кәрәк ине. Хәҙер иһә, аҙ тәьмин ителгән статусына эйә булһаң, был кәрәкмәй. Бынан тыш, был хеҙмәт менәән онлайн режимда ҡулланырға мөмкин, – тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Был мөмкинлектән файҙаланыу өсөн үҙеңдең хәлең тураһында һорауҙарға яуап бирергә, хеҙмәт алыу ысулын һайларға һәм ғариза тултырырға кәрәк. Хеҙмәт 30 эш көнө дауамында күрһәтелә. Әҙерлек тураһында белдереү дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетҡа килә.

Порталда бөтәһе 82 төбәк һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтелә.

Фото: "Башинформ". 

Автор:
Читайте нас