Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Июнь 2025, 05:18

Башҡортостан эшҡыуары милли проект ярҙамында үҙенең автопаркын яңыртты

Матди ярҙамға эшҡыуар үҙ продукцияһын ташыу өсөн трактор агрегаты алған.    

Башҡортостан эшҡыуары милли проект ярҙамында үҙенең автопаркын яңырттыБашҡортостан эшҡыуары милли проект ярҙамында үҙенең автопаркын яңыртты
Башҡортостан эшҡыуары милли проект ярҙамында үҙенең автопаркын яңыртты

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һуттар, минераль һыу һәм башҡа газһыҙ эсемлектәр менән күмәртәләп сауҙа итеүсе шәхси эшҡыуар Дмитрий Меркулов Башҡорт микрокредит компанияһынан 2,7 миллион һум күләмендә ташламалы кредит рәүешендәге дәүләт ярҙамынан файҙаланған.

Ошо аҡсаға ул продукцияны ташыу өсөн трактор агрегаты һатып ала. Был финанс ярҙам сараһы "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә төбәк Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

"Республика эшҡыуарҙарына уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн киң спектрлы инструменттар, шул иҫәптән микрокредит ярҙамы тәҡдим итә алыуыбыҙға шатбыҙ. Республика хөкүмәте беҙҙең төбәктә бизнес асыу һәм алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн бар көсөн һала", — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Хәҙер Дмитрий Меркулов һатып алыусыларға үҙ продукцияһын тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк еткереп кенә ҡалмай, эшмәкәрлегенең географияһын тотош республикаға киңәйтә ала. Был ҙур заказдар өсөн яңы мөмкинлектәр аса һәм уның баҙарҙағы позицияһын нығыта.

Фото: gtrkrb.ru

 

Автор:
Читайте нас