

Дәүләкән районында урынлашҡан Асылыкүл буйында «Экологик именлек» милли проектына (национальный проект «Экологическое благополучие») булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелгән «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһында 350-гә яҡын кеше ҡатнашты. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.
Сара тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәтте популярлаштырыу, халыҡ араһында экологик мәҙәниәтте күтәреү, республикалағы иң ҙур күлдең яр буйы биләмәләре торошон яҡшыртыу һәм таҙалыҡты һаҡлау маҡсатында уҙғарылды.
Ҡатнашыусылар яр буйы зонаһының 22 километрын таҙартҡан, 257 тоҡ сүп-сар йыйған. Шулай уҡ экоактивистар 100-ҙән ашыу йәш ағас ултыртҡан, шуның менән урындағы флораны тергеҙеүгә, күлдең экологияһын яҡшыртыуға һәм һыу объектын бысраныуҙан һаҡлауға ҙур өлөш индергән.
Ҡатнашыусылар өсөн күңелле уйындар, экологик викторина, оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурстар ойошторолған, еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр алған.
— «Рәсәй һыуы» акцияһында һәр кешенең ҡатнашыуы – ул төбәктең экологик тәрбиәһенә тос өлөш индереү генә түгел, ә балаларыбыҙ һәм внәндәребеҙ өсөн тәбиғәт ресурстарын һаҡлау буйынса мөһим миссия. Бөтә ирекмәндәргә күрһәткән хәстәрлектәре һәм республиканың киләсәгенә хәстәрлекле мөнәсәбәте өсөн ҙур рәхмәт, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Инна Антонова.