Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
26 Май 2025, 17:17

Бәләкәйҙән белеп үҫәләр

Стәрлетамаҡ урмансылары йәш быуын менән эшләү тәжрибәһе тураһында һөйләне. 

Бәләкәйҙән белеп үҫәләрБәләкәйҙән белеп үҫәләр
Бәләкәйҙән белеп үҫәләр

Стәрлетамаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре “Агрокласс” проектына арналған республика семинарында ҡатнашты һәм мәктәп урмансылыҡтары менән эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Экологик мәғрифәтселек буйынса саралар “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың урман хужалығы министрлығында.

Семинарға төбәктең төрлө мөйөштәренән 64 педагог, директор һәм мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Стәрлетамаҡ урман хужалығы белгестәре урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең ниндәй эш башҡарыуы, шулай уҡ һөнәри белем алыу мөмкинлеге хаҡында һөйләне. Бынан тыш, улар мәктәп урмансылыҡтары хәрәкәтенең киләсәк һөнәрҙе билдәләү өсөн нигеҙ булараҡ мөһимлеген билдәләне һәм Суртан ауылы мәктәбе менән уңышлы партнерлыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Унда балаларҙы урман-техник класҡа берләштерәләр, һәм йәш урмансыларға урман хужалығы өлкәһендә теоретик һәм практик белемдәр уҡытыла.

"Балаларға һәм йәштәргә экологик белем биреү — яңы быуынды формалаштырыуҙа мөһим инструмент. Балалар – буласаҡ өлкәндәр, уларҙың экологик мәҙәниәте кимәленә һәм аңлылығына планетабыҙҙың киләсәге бәйле", - тип билдәләне Стәрлетамаҡ урман хужалығы хеҙмәткәре Эдуард Батыршин.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы ташлауҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-05-26/b-l-k-y-n-belep-l-r-4250127 

Автор:
Читайте нас