Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
23 Май 2025, 11:34

Республикала эшҡыуарҙар күбәйә

619 мең кеше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл.    

Республикала эшҡыуарҙар күбәйәРеспубликала эшҡыуарҙар күбәйә
Республикала эшҡыуарҙар күбәйә

Республикала ағымдағы йылдың май айында бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар һаны былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 4,3 процентҡа артты. Хәҙер беҙҙә уларҙың дөйөм иҫәбе 146,6 мең, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Эшҡыуарҙарҙың күбәйә барыуына “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты ҙур этәргес бирә.

– Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ иҡтисадта мөһим урын тота, тотороҡло үҫеш кисерә, – ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. – Республикала был тармаҡ иҫәп буйынса ғына түгел, сифат йәһәтенән дә алға бара. Уңыштың төп нигеҙе – яңы алымдар индереү, конкурентлыҡҡа һәләтте көсәйтеү. Милли проектҡа ярашлы, дәүләт тарафынан ташламалы финанслау ярҙамы күрһәтелә, белем биреү программалары булдырыла, консультациялар уҙғарыла.

Статистика буйынса, республикала хеҙмәт иткән халыҡтың өстән бер өлөшө бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл. Әле уларҙың иҫәбе 619 мең – бер йыл элекке күрһәткестән 9,7 процентҡа юғарыраҡ. Һөнәри табыштан һалым түләүселәрҙең дә артыуы теркәлгән. Үҙмәшғүлдәр ҙә күбәйә – былтырҙан алып 10,7 процентҡа күбәйеп, 291,1 мең кеше тәшкил иткән.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарҙың, үҙмәшғүлдәрҙең артыуы һалым йыйыуға ыңғай этәргес биргән: сумма 2,4 тапҡырға күтәрелеп, 11,4 миллиард һумға еткән.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 – 2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыла. Ул иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас