

Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһы аша күперҙә 42 урҙа монтажланды. 131 метр оҙонлоҡтағы яһалма ҡоролмаға капиталь ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығында. Күперҙә бөтәһе 49 урҙа ҡуйыу планлаштырыла. Май айында күперҙәр тағы ла ете урҙа монтажлауҙы һәм ферменниктар ҡуйыуҙы дауам итә.
– Күпер Аҡъяр – Новочеркасск – Ырымбур өлкәһе сиге юлында урынлашҡан. Был ике төбәк араһында транспорт бәйләнешен тәьмин иткән мөһим транспорт артерияһы. Таналыҡ йылғаһы аша күпер авария хәлендә була, шуға күрә 2024 йылда подряд ойошмаһы ҡоролманы капиталь ремонтлауҙы башлай. Күперҙәге бөтә эштәрҙе быйыл тамамлау күҙаллана, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2025 йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 1150 метр тәшкил иткән 11 күпер ҡоролмаһы норматив хәлгә килтереләсәк. Уларҙың 10-ы төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа урынлашҡан. Эштәр Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Белорет, Салауат, Ҡариҙел һәм башҡа райондарҙа үткәреләсәк. Улар араһында иң ҙур объект — Дүртөйлө районында Ағиҙел йылғаһы аша күпер. Уның оҙонлоғо 745 метр тәшкил итә.
Фото: gtrk.tv/novosti.