Даирә
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
23 Мая 2025, 04:49

Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтә

Ул Өфөлә ойошторола    

Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтәБөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтә
Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтә

27 июндә “Торатау“ конгресс-холында Бөтә Рәсәй “ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты“ йәрминкәһенең федераль этабы уҙа, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәте.

Эшкә урынлашыу йәрминкәһе “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Ул предприятиеларҙы кәрәкле белгестәр менән тәьмин итергә, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәрен киңәйтергә, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәрергә булышлыҡ итә.

Йәрминкәлә республиканың алдынғы предприятиелары үҙ вакансияларын тәҡдим итәсәк. Программала шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, профдиагностика һәм башҡа саралар ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең төбәк этабы 18 апрелдә үтте. Унда меңгә яҡын эш биреүсе 15,8 мең вакансия тәҡдим итте. Йәрминкәгә 29,8 мең кеше килде.

Билдәле булыуынса, “Кадрҙар“ (национальный проект “Кадры”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: gtrk.tv

Автор:
Читайте нас