Даирә
+24 °С
Дождь
Милли проекттар
22 Мая 2025, 06:59

Хирургияла яңы аҙым

“Элепс” аппараты  электрохирургияла операцияларҙы юғары теүәллек менән, туҡымаларҙы зарарламайынса үтәргә ярҙам итә.    

Хирургияла яңы аҙымХирургияла яңы аҙым
Хирургияла яңы аҙым

Баҡалы үҙәк район дауаханаһына,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, “Элепс” электрохирургия аппараты алынды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

“ Элепс” электрохирургия блогын урынлаштырыу һаулыҡ һаҡлауҙа заманса талаптарҙы үтәүҙә алға китеш булды, был,һис һүҙһеҙ, медицина хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртасаҡ”,- тине дауахананың баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин.  

“Элепс” аппараты  электрохирургияла ҡулланыла. Ул операцияларҙы теүәллек менән туҡымаларҙы зарарламайынса үтәргә ярҙам итә. Пациенттар тиҙерәк һауыға, өҙлөгөүҙәр хәүефе кәмей.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан”дәүләт телерадиокомпанияһы

Автор:
Читайте нас