

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Күгәрсен районының Мораҡ үҙәк район дауаханаһына күсмә “РЕНЕКС” рентген-аппараты алынды. Был прибор дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслаштырылмаған биналарҙа рентгенография тикшереүҙәрен үткәреү өсөн кәрәк. Уның ярҙамында аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттарҙы бер ҡайҙа ла транспорт менән илтмәйенсә урында тикшерергә, ҡаты сирлеләрҙең өҙлөгөүҙәргә бирешеү хәүефен кәметергә мөмкин.
Аппараттың конструкцияһы уны еңел күсереп йөрөтөргә ярҙам итә. Техника ярҙамында компьютер экранында юғары сифатлы һүрәт алырға була.Был табиптарға экспресс-диагностика үткәреү өсөн ҙур мөмкинлек. Ашығыс осраҡтарҙа белгестәр патологияны оператив диагностикалай ала.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.