Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
16 Май 2025, 10:41

Стәрлетамаҡ – Раевка юлы ремонтлана

Быйыл дүрт участкала төҙөкләндереү эштәре барасаҡ.      

Стәрлетамаҡ – Раевка юлы ремонтланаСтәрлетамаҡ – Раевка юлы ремонтлана
Стәрлетамаҡ – Раевка юлы ремонтлана

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ – Раевка юлын төҙөкләндереүгә керешкәндәр. Был эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла.

- Стәрлетамаҡ – Раевка трассаһы мөһим траспорт артерияһы булып тора. Был юл транспорттың Р-240 Өфө–Ырымбур федераль трассаһына сығыу юлын тәьмин итә. Бындағы трафик тәүлегенә 16 мең автомобиль тәшкил итә. Хәрәкәттә ауырлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн ойошма юл эштәрен төндә алып барҙы, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге 2,7 километр оҙонлоғондағы участкала фрезер һәм башҡа әҙерлек эштәре башҡарылған. Стәрлетамаҡ – Раевка юлында барлығы дүрт участкала быйыл 18,5 километр юл ремонтлау планлаштырыла.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостандың транспорт министрлығы.

 

    

 

Автор:
Читайте нас