Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
16 Май 2025, 11:29

Нуриман дауаханаһына рентген-аппарат килде

Яңы ҡорамалдар ярҙамында табиптар махсус кабинетта ғына түгел, ә палаталарҙа ла тикшереү үткәрә ала. Рентген-аппаратты үҙаллы хәрәкәт итә алмаған пациенттар өсөн интенсив терапия һәм реанимация, травматология һәм реопедия, педиатрия һәм неонатология бүлектәрендә ҡулланалар.     

Нуриман дауаханаһына рентген-аппарат килдеНуриман дауаханаһына рентген-аппарат килде
Нуриман дауаханаһына рентген-аппарат килде

Нуриман үҙәк район дауаханаһына «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») буйынса «Парус» күсмә рентген-аппараты оҙатылған. Был хаҡта төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Яңы ҡорамалдар ярҙамында табиптар махсус кабинетта ғына түгел, ә палаталарҙа ла тикшереү үткәрә ала. Рентген-аппаратты үҙаллы хәрәкәт итә алмаған пациенттар өсөн интенсив терапия һәм реанимация, травматология һәм реопедия, педиатрия һәм неонатология бүлектәрендә ҡулланалар.

Шулай уҡ аппарат менән бергә дауаханала табип-рентгенологтың автоматлаштырылған эш урыны ҡуйыла, уның ярҙамында рентген һүрәттәрен эшкәртеп, уларҙың сифатын яҡшыртырға мөмкин. Шулай уҡ бындай эш урыны ярҙамында пациенттарҙың бөтә медицина документтары автомат рәүештә формалаштырыла һәм мәғлүмәт базаһына индерелә.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrk.tv

Автор:
Читайте нас