Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
16 Май 2025, 10:43

Өфөлә яңы аллея барлыҡҡа килде

49 сирень, миләш, йүкә һәм имән үҫентеләренән тора ул.     

Өфөлә яңы аллея барлыҡҡа килдеӨфөлә яңы аллея барлыҡҡа килде
Өфөлә яңы аллея барлыҡҡа килде

Башҡортостан кешеләре Өфөнөң “Нефтехимиктар” мәҙәниәт һәм ял паркында 49 сирень, миләш, йүкә һәм имән үҫентеләре ултыртты, тип хәбәр иттеләр төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо.

Акцияла йәмәғәт ойошмалары, төбәктең власть органдары вәкилдәре, төрлө йәштәге әүҙемселәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты. Берлектәге тырышлыҡтары менән улар паркты тағы ла уңайлыраҡ һәм матурыраҡ итә, яңы иҫтәлекле аллея булдыра.

Был акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙың бер өлөшө булды һәм илде һаҡлаусыларҙың, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы хәрбиҙәренең иҫтәлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.

- Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итеп, эшкә әүҙем ҡушылабыҙ һәм ҡуйылған бурысты оператив үтәйбеҙ. Миләш бөгөнгө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерен кәүҙәләндерә, ә сирень Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хәтерләтә. Был ағастар батырлыҡтары тарихта мәңге ҡаласаҡ геройҙарыбыҙға хөрмәт символына әүереләсәк, - тип билдәләне бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Өфө ҡала бүлексәһе рәйесе Ришат Аллағужин.

Ватанды һаҡлаусыларҙың яңы аллеяһы парк биләмәһен биҙәй, унда һәр кем быуындар бәйләнешен һәм тирә-яҡ тәбиғәттең матурлығын тоя ала.

Фото:gtrk.tv

Автор:
Читайте нас