

Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары «Микрофлюидика» проекты менән Инноваторҙар академияһында икенсе урын яуланы. Өфө вуз-ара кампусында тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығында.
«Микрофлюидика» проекты барышында ғалимдар күп матдәләрҙе, шул иҫәптән микроэлектрон һәм аккумулятор тармаҡтары өсөн изделиелар етештереүсе универсаль эреткестәрҙе синтезлау технологияларын эшләүҙә махсуслаша. Проект командаһы арамид сүсе етештереү өсөн матдәләр синтезлай, ул юғары йылылыҡҡа сыҙамлылығы һәм утҡа сыҙамлы үҙенсәлектәре менән айырылып тора һәм эпоксид ыҫмала етештереүҙә ҡулланыла. Бынан тыш, ғалимдар химик һәм биотехнологик синтез өсөн ватан реакторҙарын эшләй.
- Башҡортостан тармаҡ фәне, фәнни мәктәптәр, үҫешкән инжиниринг, белгестәре, илдә билдәле һөнәри әҙерлек системаһы менән көслө. Төбәктә 450-нән ашыу ойошма инновациялы эшмәкәрлек алып бара. Уға ярҙам итеү өсөн тотош инфраструктура бар, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәр өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе лә күҙ уңында тота.
Фото: Өфө вуз-ара кампусы.