

Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләгән, аккредитацияланған компаниялар йыл һайын Дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза биреп, үҙҙәренең статусын раҫларға тейеш, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Быйыл был мөмкинлек 7 майҙан 1 июнгә тиклем асыла. IT-тармаҡҡа ярҙам “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
– Шуны билдәләп үтергә кәрәк: аккредитация бик күп өҫтөнлөктәр бирә, шулай уҡ инвесторҙарҙы ҡыҙыҡһындырырға ярҙам итә, – тип аңлатма бирә БР-ҙың дәүләткә идара итеүҙең һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – IТ-компаниялар мотлаҡ аккредитация алырға тейеш.
Ғаризала мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге эшмәкәрлектән килгән килемдең өлөшө тураһында, ойошманың рәсми сайтына һылтанма һәм башҡа мәғлүмәттәр булырға тейеш.
Башҡортостандың аккредитацияланған IT-компаниялары өсөн республика дәүләт хеҙмәттәре порталында «Башҡортостан Республикаһының стартаптар реестры» булдырылған. Уның ярҙамында ошо предприятиеларҙың етәкселәре Реестрға индереү тураһында белешмә ала, һуңынан уны Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығына ебәрә. Был IT-компанияны ябайлаштырылған тәртиптә аккредитациялау мөмкинлеген бирә.
«Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы» милли проекты — Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025–2030 йылдарҙа Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла торған 19 милли проекттың береһе.