

Стәрлетамаҡта быйыл Хоҙайбирҙин урамындағы автомобиль күперенән Сакко һәм Ванцетти урамындағы йәйәүлеләр күперенә тиклем юл ремонтланасаҡ. Был саралар “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни") ярашлы башҡарыла.
Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, булған юлдарҙы ремонтлау күҙаллана, яңы йәйәүлеләр юлын, ял майҙансыҡтарын төҙөү, һыу үткәреү торбаларын алмаштырыу һәм башҡа эштәрҙе ойоштороу ниәтләнә.
Шулай уҡ Яр буйҙары буйлап бәләкәй архитектура формалары эшләнәсәк, видеокүҙәтеү ҡуйыу планлаштырыла.
Функциональ тәғәйенләнеше буйынса биләмә йәйәүлеләр хәрәкәт итеү, ял зоналарына һәм транспорт үтеү урындарына бүленәсәк. Милли проектҡа ярашлы, Стәрлетамаҡта Ленин проспектында аллея төҙөкләндереләсәк. (“Мәңгелек ут” ҡулсаһынан Голиков урамы киҫелешенә тиклем).
2018 йылдан Стәрлетамаҡта “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү алып барыла. Быйыл ул “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына инде. Был ваҡыт эсендә туғыҙ территория төҙөкләндерелде.
фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.