Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
28 Апрель 2025, 10:36

Күп фатирлы йорттарҙа йыйылыштар яңыса үтә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, йыйылыш үткәреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелгән.    

Күп фатирлы йорттарҙа йыйылыштар яңыса үтәКүп фатирлы йорттарҙа йыйылыштар яңыса үтә
Күп фатирлы йорттарҙа йыйылыштар яңыса үтә

1 марттан күп фатирлы йорттарҙың ситтән тороп йыйылышын торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһында ғына үткәрергә мөмкин. Башҡа системаларҙа тауыш биреү легитим түгел. Йыйылыш тураһында мәғлүмәт мотлаҡ системала урынлаштырылырға тейеш. Бынан һуң милексегә дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына өс хәбәр килә: йылылышҡа 10 көн ҡалғас — уның яҡынлашыуы, уның башланыуы һәм һөҙөмтәләре тураһында.

"Уңайлы, асыҡ, легитим тауыш биреү - күп фатирлы йорттар менән һөҙөмтәле идара итеүҙең мөһим элементтарының береһе, уны “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн булдырырға тырышабыҙ. Тауыш биреү торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһында башлана, система аша ла, “Дәүләт хеҙмәттәре Йорт” ҡушымтаһында ла тауыш бирергә мөмкин. Милекселәргә белдереүҙәр килә, был процесҡа күберәк милекселәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ итә һәм ялғанға юл ҡуйылмай”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик.

Система ярҙамында йыйылышты ситтән тороп үткәргәндә бюллетень аша ла тауыш биреү мөмкинлеге бар. Администратор СНИЛС күрһәтелгән бюллетендәрҙе ҡабул итергә бурыслы, милексе уның тауышы системаға индерелгәнме-юҡмы икәнен тикшерә ала. Халыҡ шулай уҡ электрон төрҙә заявка биреп йыйылыш үткәрә ала. Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре Йорт” мобиль ҡушымтаһына инергә, заявка бирергә һәм көн тәртибенә индерелергә тейешле һорауҙарҙы билдәләргә кәрәк. Әгәр заявкаға милекселәрҙең кәм тигәндә 10 проценты ҡушылһа, уны идара итеүсе ойошмаға ебәрә алалар. Ойошма 45 көн эсендә йыйылыш үткәрергә тейеш.

Фото: Альберт ЗАҺИРОВ.

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/zhkkh/2025-04-24/v-bashkirii-sobraniya-v-mnogokvartirnyh-domah-proydut-po-novomu-4211780

 

 

 

Автор:
Читайте нас