Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Апрель 2025, 07:04

Йыраҡта йәшәгән эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай

Бизнесҡа ярҙам һәр ваҡыт күҙ уңында      

Йыраҡта йәшәгән эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмайЙыраҡта йәшәгән эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай
Йыраҡта йәшәгән эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай

Апрель айында “Минең бизнесым” үҙәгенең мобиль офисы Стәрлебаш, Йәрмәкәй, Шаран райондарында булды, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ойошторолған күсмә сараларҙа 40-тан ашыу эшҡыуар, үҙмәшғүлдәр һәм физик шәхестәр ҡатнашты. Был саралар йыраҡ райондарҙағы яңы эш башлаған һәм электән эшләгән эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән.

-Эшҡыуарлыҡты булдырыу, үҫтереү өсөн кәрәкле ресурстарға, мәғлүмәттәргә уңайлылыҡ булһын өсөн тырышабыҙ. Был бигерәк тә үҙәктең филиалы булмаған муниципалитеттарға ҡағыла. Был иһә төбәктең барлыҡ эшҡыуарҙары өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдыра, - тине республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Сараларҙа төбәктең бизнесты үҫтереү институты, район хакимиәте, “Минең бизнесым” үҙәгенең вәкилдәре сығыш яһаны. Улар ҡатнашыусыларҙы дәүләт ярҙамы саралары, уларҙы ҡулланыу ысулдары менән таныштырҙы.

Үткән йылда “Минең бизнесым” үҙәге  тарафынан 19 күсмә консультациялар уҙғарылған. Уларҙа 300-ләп кеше ҡатнашҡан. Быйыл 30-лап ошонай сара уҙғарыу планлаштырыла. Киләһе күсмә ултырыштар Бөрө, Ағиҙел, Яңауыл ҡалаларында үткәреләсәк.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:
Читайте нас