Дүртөйлө районында Ағиҙел аша һалынған күперҙе фрезлау һәм иҫке барьерын һүтеп алыу тамамланды
Был яһалма ҡоролманы ремонтлау “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы башҡарыла.
Күперҙең оҙолоғо 745 метр, ул Дүртөйлө ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан. Әлеге ваҡытта күпер төҙөүселәр деформация йөйҙәрен һәм иҫке гидроизоляцияны һүтеү менән мәшғүл, шулай уҡ таянмалар һәм аралыҡтарҙы ремонтлауға әҙерлек тә бара.
“Был күпер күп кенә ауылдар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки транспорт бәйләнешен һәм федераль трассаға сығыуҙы тәьмин итә. Көн һайын уның аша дүрт меңгә яҡын автомобиль уҙа”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Ҡоролма 1990 йылда төҙөлгән һәм хәҙер уны норматив хәлгә килтереү зарурлығы тыуҙы. Ремонт барышында подряд ойошмаһы металл конструкцияларҙы тутыҡтан таҙартасаҡ, таянмаларҙы нығытасаҡ, гидроизоляцияны алмаштырасаҡ. Эш графикка ярашлы бара.
Фото:"Башинформ"